Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Май 2020, 11:13
Оҙаҡ йәшәгең килһә, бал аша
Белгестәр тән һәм йән сәләмәтлеге өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итә.
Йәшелсә ашағыҙ. Туҡланыу рационында көн һайын аҙ ғына булһа ла йәшелсә йә емеш булырға тейеш.
Оло йәштәгеләрҙең организмы өсөн май бик кәрәк. Үҫемлек һәм зәйтүн майында ғүмерҙе оҙайтыу өсөн файҙалы матдәләр бар.
Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк ял итергә тырышығыҙ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк.
Күңел тыныслығы ла кеше өсөн мөһим. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр өсөн артыҡ борсолмағыҙ, киреһенсә һәр нәмәнең яҡшы яғын табырға тырышығыҙ. Ғалимдар фекеренсә, әгәр кеше йыш бойоҡ йөрөһә, ҡайғырһа, уның иммун системаһы организмды төрлө инфекция сирҙәренән (хатта яман шештән) һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе сығармай башлай икән.
Яҡшы кәйеф – сәләмәтлек сығанағы. Көлгән ваҡытта бит кенә түгел, эс, ашҡаҙан, диафрагма мускулдары ла эшләй. Шулай уҡ тын юлдары ла таҙара.
Йоҡо ваҡытты бушҡа уҙғарыу түгел, ул – организм өсөн кәрәкле ял.
Һыуыҡтан ҡурҡмағыҙ. Гел йылы кейенеп, төрөнөп йөрөмәгеҙ. Тән сынығырға тейеш.
Ҡайһы бер ризыҡтар ҙа ғүмер оҙайлығына йоғонто яһай. Шулар араһында иң яҡшыһы һәм файҙалыһы – бал. Боронғо билдәле ғалимдарҙан Демокрит – 109, Анакреон – 115, Пифагор 90 йыл ғүмер кисергән. Үҙҙәренең оҙаҡ йәшәү серен улар бал ашау менән аңлатҡан. Атаҡлы табип, ғалим, шағир Әбүғалисина: “Әгәр йәшлегеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң – бал аша”, тигән.
Хәҙерге заман ғалимдары ла, күп йыллыҡ тәжрибәләргә таянып, балды даими ҡулланған кешеләрҙең, умартасыларҙың һаулығы ныҡ була һәм улар оҙаҡ йәшәй, тип раҫлай.
Фото: ptoday.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/O-a-y-sh-ge-kil--bal-asha-250810/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"