Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Май 2020, 11:21
Коронавирус эләктергән Надежда Бабкинаның хәле нисек?
Рәсәйҙең халыҡ артисы апрель башында коронавирус инфекцияһы менән дауаханаға һалынғайны. Уны 1 майҙа сығарғандар.
Был турала йырсы социаль селтәрҙә яҙған. Хәбәр ителеүенсә, уның үпкәһенең 62 проценты зарарланған булған, аҙнаға яҡын комала ятҡан.
Табиптар пациенттың һаулығын һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һала, шул уҡ ваҡытта сирҙе еңеү артисҡа байтаҡ хаҡҡа төшә. Билдәле булыуынса, уға палата өсөн тәүлегенә 50 мең һум түләргә тура килгән. Дарыу - 350 мең һумға, реанимацияның бер көнө 150 мең һумға төшкән. Дауаланған осорҙа Надежда Бабкина ике миллион һум аҡсаһын тотонған. Хәҙер артисты оҙайлы реабилитация көтә.
Әлбиттә, һаулыҡты бер ниндәй аҡса менән дә иҫәпләп булмай. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ халыҡтың яратҡан йырсыһының ҡәһәрле ауырыуҙы еңеп сығыуына шатлығыбыҙҙы белдерәбеҙ.
Фото: honka.ru
Автор: Аклима Гизатуллинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Koronavirus-el-kterg-n-Nadegda-Babkinani-h-le-nisek-249953/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"