Новости
4 Май 2020, 11:24

Күҙ йәшенең үҙ серҙәре бар

Борон ҡатын-ҡыҙҙар күҙ йәштәрен шишмә һыуына ҡушып, һуғышсыларҙың яраларын йыуа торған булған. Дауалауҙың бындай ысулы Рәсәйҙә генә түгел, Персия һәм Византияла ла ҡулланылған.

Хикмәт шунда: күҙ йәшендә бактерияларға ҡаршы тороусы лизоцим тип аталған фермент бар. Ун минут эсендә ул бактерияларҙың 90-95 процентын юҡҡа сығара ала. Күҙ йәшенең тағы бер нисә серен асайыҡ әле.


Күҙҙәрҙе һаҡлай. Бер минутта кеше 10-15 тапҡыр күҙен йомоп ала. Шул рәүешле күҙ алмаһы дымлана. Кире осраҡта, ҡоро күҙ синдромы башланыуы ихтимал. Был ауырыуҙы табиптар “быуат сире” тип атай хатта. Йәш элпәһе зарарланыу сәбәпле яҡтылыҡтан күҙ сағыла, ауыртыу барлыҡҡа килә. Аҙып киткән осраҡта, кешенең һуҡырайыуы ла мөмкин.
Тынысландыра. Күҙ йәше организмдан стресты көсәйткән матдәләрҙе сығара. Илағас, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк тибеше әкренәйә. Үҙегеҙҙе илауҙан тыймағыҙ. Тыйылып тороу ашҡаҙан йәрәхәте, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеүгә, хроник сирҙәрҙең баш ҡалҡытыуына, агрессивлыҡҡа сәбәп була ала.
Ауыртыуҙы баҫа. Ҡаты итеп бәрелгәс, ауыртыуҙан үҙенән-үҙе күҙҙән йәш атылып сығыуы тиккә түгел. “Тимер кеше” булып күренергә тырышыуҙың бер файҙаһы ла юҡ. Оялмағыҙ, илағыҙ! Күҙ йәше ауыртыуҙы кәметә.

Ҡайһы бер белгестәр уны хатта йәшәртеү сараһы тип тә һанай. Организмды кислородҡа байыта, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын булдырмай, тип әйтеүселәр ҙә бар. Шулайҙыр. Айға кәмендә 2-3 тапҡыр илап алған ҡатын-ҡыҙ ниңә ирҙәрҙән оҙағыраҡ йәшәй икән тип уйлайһығыҙ?
Фото: Zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлинhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/K--y-shene---ser-re-bar-249189/
Читайте нас