Новости
4 Мая 2020, 09:10

Икеләтә шатлыҡ

Сабыйҙың донъяға килеүе – һәр ғаилә өсөн мөһим ваҡиға. Учалыла йәшәүсе Кочетовтар күптән түгел икеләтә шатлыҡ кисерҙе: уларҙың игеҙәк ҡыҙҙары - Алена һәм Алеся донъяға килде. Ғаиләлә быға тиклем дә 12 һәм 6 йәшлек малайҙар ҡанат нығыта.

Ошо көндәрҙә Учалы ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәре Кочетовтарға ҡыҙҙарының тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын тапшырҙы. Күп балалы ғаиләгә бәхетле, имен тормош теләйбеҙ.
Әйткәндәй, йылдың беренсе кварталында Учалы ЗАГС-ы 89 – ҡыҙ һәм 92 ир баланы теркәгән.
Ил Президентының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә демография иң мөһим мәсьәлә булараҡ билдәләнә.
“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп балалы ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас