Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Дождь
Новости
4 Мая 2020, 11:15
25 йәшендә генә...
Кисә Стәрлетамаҡ районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлә. Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш трассаһының 8-се километрында ҡапма-ҡаршы килеүсе "Mazda 6" һәм ВАЗ-2108 автомашиналары бәрелешә. Һөҙөмтәлә, ВАЗ-2108 машинаһының артҡы салонында ултырған 25 йәшлек егет ваҡиға урынныда уҡ йән бирә. Машина менән идара итеүсе 21 йәшлек ҡыҙ һәм тағы бер пассажир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан сит ил автомашинаһына идара иткән33 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы һәм эскән килеш рүлгә ултырғаны өсөн машина менән идара итеүгә документтары алынған булыуы асыҡланған.
Юл-патруль хеҙмәткәрҙәре эскән килеш руль артына ултырмаҫҡа, яҡындарығыҙҙы һәм юлдағыларҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, тип күпме тапҡыр иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, иҫерек килеш машина менән идара итеүселәр туҡтамай. Бигерәк тә үҙизоляциялау осоронда ла бындай күңелһеҙ хәлдәрҙең йыш теркәлеүе үҙеңде генә түгел, башҡаларҙы ла һанға һуҡмауҙы күрһәтә. Бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ!
Фото: "ГорОбзор" сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/25-y-shend-gen-250687/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"