Әлегә тиклем Башҡортостанда коронавирустан 14 кешенең ғүмере өҙөлдө. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, коронавирус йоҡтороу осраҡтарының артыуы, тәү сиратта ковид-19 вирусын асыҡлау маҡсатында уҙғарылған лаборатория тикшереүҙәре һөҙөмтәһе.