Новости
3 Май 2020, 09:05

Районда аҙ тәмьин ителгән, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тупланмалары таратылды

Ҙур предприятелар ярҙамында йыйылған пакеттар республикала ике меңгә яҡын ғаиләгә тапшырылды. Аҙыҡ-түлек кәрзине Башҡортостанда етештерелгән продукцияларҙан тора.

Ошондай аҙыҡ-түлек кәрзине беҙҙең районда ла таратыла. Ул күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бирелә. Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, ауыл биләмәлендәге ирекмәндәр штабы, социаль хеҙмәткәрҙәр көсө менән әлегә 581 ғаиләгә таратылған.
Бындай акция "Берҙәм Рәсәй" төбәк бүлексәһе секретары һәм республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ойошторолдо. Шундай аҙыҡ-түлек пакеты алған ғаиләләр барыһына ихлас күңелдән рәхмәт белдерә.
Фото район хакимиәтенең социаль селтәренән.
Читайте нас