Новости
3 Май 2020, 08:37

Полиция көсөн күрһәтә

Өфөлә биш полиция хеҙмәткәренең 1 майҙа “Ҡала советы” туҡталышында бер ҡатынды көс ҡулланып “стакан” эсенә индерергә тырышыуҙарын шаһиттар видеоға төшөргән.

Кисә шул уҡ урында дүрт хоҡуҡ һаҡлаусы бер ирҙе көс-хәл менән патруль машинаһына индерә. Ир ҙә, теге ҡатын кеүек үк, оҙаҡ ҡына улар менән айҡаша, машинаға инмәҫкә тырыша. Әммә полицейскийҙар көслөрәк булып сыға. Был ваҡиғаны бер бәләкәй бала ла ҡыҙыҡһынып күҙәтә.
Эске эштәр министрлығында аңлатыуҙарынса, тотолған граждандарҙың икеһе лә изоляция режимын боҙған, өҫтәүенә битлекһеҙ булғандар. Уларға ҡарата административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. Эш судҡа ебәреләсәк. Ведомствола инциденттың сәбәбен ҡатындың да, ирҙең дә битлек кеймәүенә, ирҙең шәхесен раҫлаған документы булмауына япһаралар. Әммә кадрҙарҙан ирҙең ҡара төҫтәге битлек кейгәне асыҡ күренә. Өҫтәүенә “битлек режимы” республика етәксеһе указына ярашлы 4 майҙан ғына көсөнә инә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре кеше булмаған ерҙә, саф һауала битлекһеҙ йөрөргә кәңәш биргәне билдәле.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Politsiya-k-s-n-k-r-t-249150/
Фото: ufa1.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас