Новости
3 Май 2020, 08:26

"Балалар бәләгә тарып ҡуймаһын..."

Мәләүез ҡалаһының Метеорология урамында йәшәүселәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа үтенес менән мөрәжәғәт иткән.

"2018 йылда урамда күп ҡатлы йорттоң төҙөлөшө туҡтатылды, етмәһә, унда ошо майҙансыҡты уратып алған ҡойма ла тороп ҡалды. Иң хәүефлеһе - ул тротуарға ауҙы. Яңынан ҡалҡытып бәйләп ҡуйыу файҙаһыҙ: ағастан эшләнгәс, төбө тотмай. Был халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай. Серегән таҡта ҡойма ергә ҡолағас, унда балалар йыш инеп йөрөй. Берәй бәхетһеҙлеккә тарып ҡуймаһындар тип хафаланабыҙ..."
Ғәҙәттә, торлаҡ йорттар төҙөлөшө барған майҙансыҡ һәр саҡ тимер рәшәткә менән уратып алына, ә инде бағаналарҙың төбө цемент менән нығытыла.
"Көслө ел сәбәпле ҡойма ҡолаған булған, төҙөлөшкә яуаплы ойошма уны нығытты", – тип яуап яҙҙылар мөрәжәғәткә Мәләүез районы хакимиәтенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/intsident/Balalar-b-l-g-tarip-uyma-in-249344/
Фото: Мәләүез районы хакимиәте сайты.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас