“Изоляцияланған” май байрамдарын йырсылар нисек үткәрергә йыйына икән?
Йырсыларҙың барыһы ла тиерлек хәтирәләрен 1 май байрамына бәйле иҫтәлектәре менән барлай. Күрәһең, әлеге байрам улар өсөн мәктәп, студент йылдарында ҙур әһәмиәткә эйә булған.
Байрамдар традицияларһыҙ булмай бит инде. Хеҙмәт байрамын да бит һәр кем үҙенсә үткәрә.
Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар ғаиләһендә лә бер үҙенсәлекле традиция бар икән.
- Йыл да байрамдарға тиклем, атайҙан ҡалған мотоциклды ремонтлайым да, 1 май көндө ҡабыҙам. Аҙаҡ, ҡатыным һәм балаларымды ултыртып, урман буйҙарынан әйләнеп ҡайтам, – ти Ризат Рамаҙанов. – Быға тиклем 1 май байрамын ауылда, эшләп ҡаршылай инек. Быйыл эше лә ҡалманы (көлә). Ваҡыт иркен булғас, өй тирәһендәге эштәрҙе бөтөрҙөк тиһәң дә була. Әле бит изге Рамаҙан айы бара, быйыл Зинира ла, мин дә Ураҙа тотабыҙ. Байрамды ҡояш байығас, ишек алдына өҫтәл ҡороп, самауыр ҡайнатып уҙҙырырға иҫәп. Ғаиләбеҙ ҙә, Аллаға шөкөр, ишле бит. Ғәҙәттә, атай гармунда уйнай, беҙ йырлашып ултырабыҙ. Хәйер, хәҙер заманалар башҡа инде, магазинда бөтә нәмә бар, көн дә байрам ойошторорға мөмкин.
Хәҙер инде көнө буйы байрам итеү, күңел асыу тигән нәмә юҡ. Кискә тиклем эшләйбеҙ ҙә, кисен мунса инеп, ғаилә менән баҡсала ғына шәшлек-маҙар бешереп, ял итәбеҙ, – тиҙәр Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар.
Нимә генә булмаһын, байрам тарих төҫмөрөн һаҡлап ҡалып, бөгөн дә бөтә кешелек донъяһы өсөн яҙ, хеҙмәт эйәләре, тыныслыҡ байрамы булып ҡала. Әйтерһең, яҙҙың бар йәме лә нәҡ ошо айға аяҡ баҫыу менән күренә башлай. Быйылғы май ҙа иҫкәрмә булмаһын ине инде…
Йырсы ғаиләнән шәшлек рецепбы:
Тауыҡ ите (башҡа ит булһа ла ярай) – 1-1,5 кг.,
Аш һеркәһе – 1 аш ҡалағы,
Һыу – яҡынса ½ стакан,
Тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр,
Лавр япрағы – 1-2 дана,
Алма һуты – тәменсә.