Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Май 2020, 08:19
Коронавирустан һуң кешелек сәләмәтлеге ниндәй булыр?
Әгәр ҙә пациент коронавирустың ауыр формаһын үткәрһә, уның үпкәһе бәләкәсәйә, мейе эшмәкәрлеге хөртәйә, тип белдерә табиптар.
Бындай йәш кешеләр марафондарҙа башҡа йүгерә алмаясаҡ, ә олораҡтарҙың тыны ҡыҫыласаҡ, был бигерәк тә баҫҡыстан күтәрелгәндә һиҙеләсәк. Әммә һүҙ барыһы хаҡында ла түгел: алда әйтелгәнсә, был коронавирустың үтә ауыр формаһын үткәргәндәргә ҡағыла. Сирҙең ошондай кимәлен кисергәндәр араһында шулай уҡ неврологик билдәләр ҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, оло йәштәгеләрҙең аңы буталыуы, ориентиры юғалыуы кеүек осраҡтар теркәлгән. Сирлеләр дауахананан сыҡҡас та хәлһеҙлек һаҡланыуы, баштың томанланып тороуын билдәләй. Биологтар әйтеүенсә, сирҙең ошондай эҙемтәләре ни тиклем оҙаҡ һаҡланырын әлегә әйтеп булмай.
Америка ғалимдары иһә, коронавирус менән сирләгәндәрҙең бәғзе психоневрологик сирҙәргә дусар булыуы ихтимал, тип белдерә.
Әле быға тиклем булған тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғөмүмән, пандемиялар донъяға төрлө тайпылыштар килтерә: энцефалопатия, психоз, нервы-мускул дисфункцияһы һәм башҡалар.
COVID-19 стресс булдырған ҡеүәтле факторҙарҙың береһе булып тора. Кеше сирҙән, үлемдән, билдәһеҙлектән ҡурҡа. Тап ошо кисерештәр башҡа ауырыуҙарҙы ҡуҙғытыуы ихтимал. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, XVIII һәм XIX быуаттарҙағы киҙеү (грипп) пандемияларынан һуң психоневрологик сирҙәрҙең артыуы, 1918 йылдағы “испанка” эпидемияһынан һуң летаргик энцефалиттың йышайыуы теркәлгән.
Унан тыш, атипик пневмония (SARS), сусҡа киҙеүе һәм яҡын Көнсығыш респиратор синдромы (MERS) эпидемияларынан һуң нарколепсия, энцефалит, Гийен-Барре синдромы һәм башҡа нервы-мускул патологияларының артыу күрһәткестәре теркәлгән.
COVID-19-ҙан һуң кешелектең психоневрологик сәләмәтлеге ниндәй хәлдә булыр – әлегә билдәһеҙ. Уларҙың оҙаҡ йылдар дауамында килеп сыға барыуы ихтимал.
Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 11 мартында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын “пандемия” тип атаны. Донъяла сирләгәндәрҙең һаны 2 миллиондан ашты, меңдәрсә кеше вафат.
Фото: mix.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаев.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Koronavirustan-u-keshelek-s-l-m-tlege-nind-y-bulir-248395/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"