БУҒА
Һаулығығыҙға иғтибар бирегеҙ. Ҡайһы бер яҡындарығыҙ үҙҙәренә генә түгел, һеҙгә лә мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал. Ярҙамдан баш тартмағыҙ, сауабы булыр.
ИГЕҘӘКТӘР
Ошо арала ҡабул иткән ҡарарҙар тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртер. Шуға күрә ашыҡмаҫҡа, һәр йәһәттән уйлап эш итеү хәйерле. Ижад өсөн ҡулай осор.
ҠЫҪАЛА
Өйгә эш алып ҡайтмағыҙ, ғаиләгеҙ аңламаҫ. Бөтә бурыстарҙы эш урынында башҡарырға тырышығыҙ. Аҙна уртаһында аҡса мәсьәләһендә ҡыйынлыҡ тыуыр. Шулай ҙа бурысҡа алмаҫҡа кәңәш ителә.
АРЫҪЛАН
Тәүге аҙымды яһауҙан ҡурҡмағыҙ. Был тормоштоң бөтә өлкәләренә лә ҡағыла. 4-енән 9-ына тиклем сағыу ваҡиғалар көтөлә. 10 майҙағы тәҡдимдән баш тартмағыҙ.
ҠЫҘ
Осор ярайһы уҡ көсөргәнешле булмаҡсы, айырыуса эштә тамамланмаған бурыстарығыҙ ҡалһа. Аҙна аҙағында юлда иғтибарлы булығыҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.
ҮЛСӘҮ
Эштә иңегеҙгә өҫтәмә бурыс алмаҫҡа тырышығыҙ. Мул ғына килем алырһығыҙ, моғайын. Ошо арала үҙегеҙгә ҡарата иғтибар артыуын тойорһоғоҙ. Дәрәжәле кеше менән танышыу мөмкинлеге бар.
САЯН
Яҡындарығыҙ даими ҡыуандырып торор. Мөлкәт хоҡуғын рәсмиләштереү мәсьәләһен уңышлы хәл итерһегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында һалҡын тейеү хәүефе бар, иммунитетты хәстәрләү зыян итмәҫ.
УҠСЫ
Көс-ҡеүәт туплағыҙ: бер нисә етди башланғыс даими иғтибар талап итер. Борсолмағыҙ, бөтә бурыстарҙы уңышлы үтәрһегеҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә көнләшеүгә юл ҡуймағыҙ, икенсе яртығыҙға ышанмаһағыҙ, тиҙҙән уны юғалтырһығыҙ.
ЫЛАҠ
Аҡса һорап мөрәжәғәт итһәләр, баш тартығыҙ. Юғиһә матди ҡыйынлыҡтар көтә. Аҙна аҙағына эштә мәшәҡәт артып китер, моғайын. Яҡындарығыҙҙы алдан иҫкәртергә онотмағыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Һәләтегеҙ килем килтерә башлар. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрҙе кире ҡаҡмағыҙ. Өлкәндәр менән аралашҡанда итәғәтле булығыҙ. Бәхәсләшһәгеҙ, араларығыҙ оҙаҡҡа боҙолор.
БАЛЫҠ
Хис-тойғоларҙы эстә тота алмаҫһығыҙ, бының кәрәге лә юҡ. Эш урынында ла ихлас булырға кәңәш ителә. Хаталанһағыҙ, етәкселеккә был турала мотлаҡ әйтегеҙ, сөнки иртәме-һуңмы барыһы ла асыҡланыр.