Новости
30 Апрель 2020, 16:15

Йоҡлағанда... һөйләшергә яратаһыңмы?

Ҡайһы ваҡыт тәмләп йоҡлап ятҡан кешенең һүҙҙәр әйтеп ҡуйыуын, көлөп йәки илап ебәреүен ишетергә тура килә. Яйлап ҡына һорау бирһәң, уянмаған килеш яуап та бирә әле. Хикмәт нимәлә икән?


Табиптар әйтеүенсә, өлкән кеше­ләрҙең – егерменән береһе, ә балалар­ҙың һәр икенсеһе тиерлек йоҡлағанда һөйләшә. Был күренеш фәнни телдә сомнилковия тип атала һәм күп осраҡта нәҫелдән килә. Бындай феномен ентекләп өйрәнелмәгән әле. Шулай ҙа ғалимдар уны күптән түгел генә кисерелгән стресҡа бәйле тип һанай. Стресс тиҫкәре генә түгел, бик көслө ыңғай кисерештәр ар­ҡаһында ла була ала.

Кеше, ғәҙәттә, тәрән булмаған әкрен йоҡо ваҡытында һөйләшә. Яңы ғына йоҡлап киткәс, мығырҙанып, бер аҙҙан тынып ҡалһа, борсолорға урын юҡ. Йоҡоноң тиҙ фазаһында, төш күргәндә һөйләшеүселәр ҙә бар. Ул саҡта уның күҙ алмалары йүгерешә, үҙе тороп баҫырға, ҡулдарын һелтәргә, һорауға яуап бирергә мөмкин. Һүҙ­ҙәрен асыҡ итеп әйтә. Ҡарап торғанда ҡурҡыныс тойолһа ла, һирәк-мирәк кенә булғанда, был күренеш сәлә­мәтлеккә зыян килтермәй тип һанала.

Ҡыҙғаныс, йоҡо аралаш һөйлә­шеүҙең психик ауырыуҙарға бәйле осраҡтары ла бар. Юғарыла әйтелгән төрөнән айырмаһы шунда: төндөң бер үк ваҡытында ҡабатлана, һөйләгәндә уятһалар, кешенең асыуы сыға. Бындай хәл, мәҫәлән, эпилепсия сире булған осраҡта күҙәтелергә мөмкин. Ғаилә ағзаларығыҙҙа, яҡындарығыҙҙа был билдәләрҙе һиҙеп ҡалһағыҙ, психоневрологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Төндә һөйләшеүсе кешенең тағы аҫтын еүешләтеү, илереү (лунатик­лыҡ), тешен шығырҙатыу, быуылыу өйәнәге, шайығы ағыу, ҡурҡыныс төштәр күреү кеүек неврологик билдәләре булһа ла, табипҡа барыуҙы һуҙырға ярамай.
Автор: Самат ҒӘЛИН әҙерләне
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/yo-la-anda-yl-sherg-yarata-y-my/
Читайте нас