Новости
29 Апрель 2020, 12:25

Ышанма!..

Айырыуса һуңғы ваҡытта, ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк кеүек, хәрби хеҙмәттән баш тартыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Бәғзе берәүҙәр армияға барыуҙан уттан ҡурҡҡан шикелле шөрләй. Ә инде Ватан алдындағы бурысын үтәргә теләмәгәндәргә ялған хәрби билет әтмәләргә маташҡандарҙың артыуы бер ниндәй ҙә үлсәмдәргә һыймай.

Ошо көндәрҙә бер ирҙең ришүәт урынында тотолғаны тураһында хәбәр иттеләр. Хәл былай була. Күҙ бәйләнеү менән ул алдан һөйләшкән паркка етәрәк туҡтай ҙа аҡса килтереүсене көтә башлай. Шунда уңдараҡ берәүҙең йөрөгәнен күрә, тик уны полицейский тип уйламай: хоҡуҡ һаҡсыһы махсус формала булмай. Һөҙөмтәлә яуыз ниәтле әҙәм йәш кешенән аҡса алып, уға хәрби билет һонғанда тотола.
"Ғаиләлә әсәйем менән генә үҫтем, бәләкәйҙән үк ул “армияла һиңә нимә ҡалған?” тиер ине, – тип һөйләй егет. – Ә инде туҡталыштағы “Хәрби билет – законлы” тигән иғланды күргәс, һалдат итеген кейеүҙән бөтөнләй һыуындым. Ошо яҙыуҙа күрһәтелгән телефон һандарын йыйҙым, улар менән барыһы тураһында ла килештек. Әсәйемдең элек-электән йыйған аҡсаһын алып килгәйнем..."
Баҡтиһәң, был алдаҡсы һәм мут кешенең хәрби билет менән булышыуы бер бөгөн түгел икән. Уның ҡырын эштәрен асыҡлау дауам итә.
Башҡортостандың Хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 1 апрелдә башланған яҙғы саҡырылыш 15 июлгә хәтлем дауам итәсәк, шул арауыҡта биш мең тирәһе кеше хәрби хеҙмәткә алынырға тейеш.
Ғөмүмән, ялған хәрби билет тәҡдим итеп, еңел аҡса эшләргә теләгәндәргә бер ҡасан да ышанмағыҙ. Иң яҡшыһы - таҙа намыҫ, ил алдындағы бурысыңды үтәү.
Автор: Илдар Акьюлов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ishanma-241404/
Читайте нас