Новости
29 Апрель 2020, 12:18

"Клиникалар төҙөйөк, вакциналар уйлап табайыҡ"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә үткән “Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров та ҡатнашты. Уның фекеренсә, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле барлыҡҡа килгән көрсөк вакцинация һәм пандемиялар менән көрәш буйынса яңы донъя үҙәктәрен үҫтереүгә этәргес була ала. Ул төбәктә клиникалар төҙөргә, яңы вакциналар уйлап сығарырға саҡырҙы.

"Беҙҙең республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе бар. Унда боронғо кешеләр ҡалдырған һүрәттәр табылды, иң йәшенә - 14 мең йыл. Һәм әгәр был урындан цивилизация башланған икән, ниңә әлеге йөҙ йыллыҡтың иң ҙур саҡырыуы алдында яңы цивилизация үҫтерә башламаҫҡа? Әйҙәгеҙ, клиникалар төҙөйөк, вакциналар уйлап табайыҡ", – тине ул.
Италияның элекке сит илдәр министры Франко Фраттини үҙ иленең тәжрибәһен һөйләне.
"Европа илдәре коронавирусты Италияның ғына проблемаһы тип уйлап сиктәрен япҡан саҡта, беҙ хеҙмәттәшлек сәйәсәтенә баҫым яһаныҡ, - тине ул. - Халыҡ беҙҙә бик тығыҙ йәшәй, карантин хәлде ҡатмарлаштырҙы ғына. Италияны ябыу мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә Евросоюз пандемияға ҡаршы көрәш ваҡытында бөтә илдәр менән дә теләктәшлек булдырырға кәрәклеген аңланы".
Никарагуа президентының Рәсәй менән мөнәсәбәттәр буйынса махсус вәкиле Лауреано Факундо Ортега Мурильо фекеренсә, кешелек ни бары берҙәм эшмәкәрлек һәм бер-береһенә ярҙам итеү һөҙөмтәһендә генә көрсөктән сыға ала.
"Дөйөм алғанда, вирус бар кешелеккә хәүеф менән янай. Һәм пандемияға бәйле етди проблемаларға юлыҡҡан илдәр үҙҙәрендәге уңышлы көрәш тәжрибәһе тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашырға тейеш. Киҫкен мәсьәләне бөтәбеҙ бергә хәл итә аласаҡбыҙ", – тине ул.
Никарагуаның финанс министры Иван Акоста Рәсәйгә төрлө проекттарҙы, шул иҫәптән коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгәндәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Беҙ Рәсәйгә һәм уның Президентына Никарагуа менән берҙәм программаларҙа ҡатнашыуы өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Мәҫәлән, улар араһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, наркотиктар трафигына ҡаршы көрәш алымдары бар. Әлеге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм проекттар айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Санкт-Петербургтың вакцина һәм сывороткалар институты ярҙамында беҙ вакцина етештереү буйынса завод төҙөнөк, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре файҙаланыла башланы ла", – тине министр.
АҠШ-тан “FutureMap” компанияһын булдырыусы һәм уның генераль директоры Параг Ханна белдереүенсә, көрсөк донъяла көслө илдәрҙе, кемдәргә ярҙам кәрәклекте күрһәтте.
"Рәсәй – көслө ил. Ул үҙенең ихтыяждарын үҙе ҡаплай ала. Тик башҡа илдәр ҙә бар, улар үҙ мохтажлығын яба алмай - ярҙам кәрәк. Шуға күрә беҙгә бөтә донъяны көслө иткән берҙәм селтәр булдырыр кәрәк. Бында төп ролде технологиялар уйнай", - тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Klinikalar-t--y-k-vaktsinalar-uylap-tabayi-243379/
Читайте нас