Новости
29 Апрель 2020, 12:40

Быуындар һыҙлағанда ниҙәр ярҙам итә?

Быуын ауырыуҙары йыш ҡына кимерсәк туҡымалағы матдәләр алмашыныуы боҙолоу сәбәпле барлыҡҡа килә. Эксперттар симптомдарҙы еңеләйтеүгә булыша һәм сирҙең башланыуына тотҡарлыҡ яһай торған бер нисә аҙыҡ-түлекте атаны.

Артроз ваҡытында быуындарҙағы кимерсәктең тарҡалыуы һөҙөмтәһендә елкенһенеү башлана. Был процесты кәметеү өсөн туҡланыу рационына омега-3 кислоталарын индерергә кәрәк. Был элемент скумбрия балығында күп.

Файҙалыларҙың тағы береһе – киви. Әлеге емеш гиалурон синтезына ярҙам итә торған антиоксиданттарға бай.

Быуындары һыҙлауҙан интеккән кешеләргә шулай уҡ һоло бутҡаһына ла иғтибар итергә кәрәк. Уның составында марганец бар, иондары һөйәк һәм кимерсәк туҡымалары ферменттарын юлға һала.

Етен майы, сардина, сельдь, куркума һәм һөт ҡулланыу ҙа быуындар һыҙлағанда ярҙам итә.

Фото: Stella70.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Biuindar-i-la-anda-ni-r-yar-am-it-241248/
Читайте нас