Новости
29 Апрель 2020, 13:59

Ҡайҙа һин, Айгизә?

“Балаларҙы эҙләү” йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан 15 йәшлек Айгизә Ниғмәтуллинаны табыуҙа ярҙам һорай. Ҡыҙыҡай кисә төшкө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә өйҙән сыҡҡан да юғалған. Өҫтәүенә ҡыҙыҡайға медицина ярҙамы кәрәк: ул психик ауырыу менән йонсой икән.

Айгизәнең күҙҙәре йәшел төҫтә, уртаса кәүҙәле, буйы – 160 сантиметр. Ул ҡарағусҡыл куртка, джинсы салбар кейгән һәм башында яулығы булған. Үҙе менән бергә музыкаль колонканы алған.
Әгәр һеҙ ҡыҙҙың ҡайҙалығына хәбәрҙар икәнһегеҙ, 8-927-969-89-19 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Бала тиҙерәк табылһын инде!
Фото: “Балаларҙы эҙләү” йәмәғәт ойошмаһы.
.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ay-a-in-Aygiz-243419/
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас