Килеуселәр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбес менән ҡоролған Әүлиә ҡәбере янында әруахтәрға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп хәйер тарата. Ергә ятып серем итеп алыу мотлаҡ үтәлергә тейешле йола булып тора. Фәҡәт серем иткән ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә тип һөйләй ололар.
Ошо тауҙың иң бейек түбәһендә бер ваҡытта ла ҡоромай торған күл бар. Уның итәгендә бик һирәк осрай торған ҡара ҡайындар үҫә. Ә иң хикмәте шунда: бер нисә йылға бер тапҡыр Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо һөт кеүек ап-аҡ һыуға тулыша. Уны тәмләр өсөн төрлө яҡтарҙан кешеләр килә. Бер нисә көн торғандан һуң ул тағы ла бер нисә йылға юғалып тора, ти өмөтбайҙар.
Тәбиғәт мөғжизәләрен ситтән эҙләргә түгел, ә эргәбеҙҙә булғандарын өйрәнергә кәрәк. Аҡҡотоҡтың аҡ һыуҙары үҙе бер мөғжизә түгелме һуң?!
Фото: Өмөтбай ауылы сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/A-oto-ti-a--iui-shifali-241495/