Новости
28 Апрель 2020, 06:43

Йыр марафоны дауам итә

Кисә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонын Удмурт Республикаһы ҡабул итте. Ижевскиҙа халыҡ акцияһына республиканың иң билдәле коллективтарының береһе – Академия хор капеллаһы ҡушылды. Әлбиттә, видеороликты яҙҙырыу республика биләмәһендә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылған.

“Был яҙмала хәтер символдары ла, төбәгебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән хеҙмәт өлөшө лә асыҡ күрһәтелде: Мәңгелек ут, тыл хеҙмәтсәндәренә ҡуйылған һәйкәл, Ижевск дәүләт техник университеты янындағы Калашников исемендәге сквер...” – тип билдәләне Удмурт Республикаһының мәҙәниәт министры Владимир Соловьев.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында удмурт ере Советтар Союзының мөһим хәрби-сәнәғәт базаларының береһенә әйләнә. Мәскәү, Киев, Тула, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙан эвакуацияланған 50-нән ашыу предприятие тап ошо республика биләмәһендә урынлашып, Еңеү өсөн көрәште дауам итә. Ижевск заводында ғына 11 миллиондан ашыу берәмек атыу ҡоралы – винтовкалар һәм карабиндар етештерелә. Был тотош Германия сәнәғәте етештергән шул төрҙәге ҡорал күләменән дә күберәк.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән марафон дауам итә. Шулай итеп, данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын бөгөн удмурт дуҫтарыбыҙ башҡара. Улар эстафетаны беҙгә – Башҡортостан Республикаһына тапшыра.
Видеояҙмаларҙы округтағы барлыҡ телерадиокомпаниялар эфирында, шулай уҡ сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО#нашденьпобеды хэштегтары аҫтында тыңларға, ҡарарға мөмкин.
Фото: izh.kp.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Yir-marafoni-dauam-it-241221/
Читайте нас