Новости
28 Апрель 2020, 06:48

Онкология диспансерында хәл нисек?

Сираттағы онлайн брифингта төрлө ведомство етәкселәре төбәктәге коронавирусҡа бәйле хәлде аныҡлап китте.

Мәҫәлән, Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, республикала коронавирусҡа анализдар эшләү йәһәтенән ҡеүәт арттырыла бара, был йәһәттән беҙҙең республика Волга буйы төбәктәре араһында алдынғыларҙан. Әгәр ҙә март аҙағында тәүлегенә 1,5 мең тикшереү үткәрелһә, хәҙер иһә был һан 3 – 3,3 мең тирәһе. 16 лаборатория, шул иҫәптән, шәхси учреждениелар ҙа эшләй. Уларҙағы эш санитар талаптарға ярашлы ойошторолған, барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә. Әйтергә кәрәк, Федераль яза башҡарыу идаралығына ҡараған бикле учреждениеларҙы үҙ лабораториялары хеҙмәтләндерә. Унда ла медицина хеҙмәткәрҙәре вахта ысулы менән эшләй, ике аҙналыҡ хеҙмәттән һуң ике аҙнаға үҙизоляцияға китә.
Анна Казак, шулай уҡ, коронавирусҡа анализдар талап ителгәндә кешеләрҙән 3-4 тапҡыр алыныуын билдәләп үтте. Вафат булғандарҙың биоматериалдарын да ҡабаттан тикшерәләр. Шуға күрә диагнозда хата булыуы мөмкин түгел, тип яуап бирҙе ул шик белдереүселәрҙең социаль селтәрҙәрҙә килгән һорауҙарына.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин иһә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны артыуын инфекцияның үҙенсәлеге менән бер рәттән лаборатор тикшереүҙәрҙең күберәк үткәрелеүе менән дә бәйләй.
Интернет селтәрендә “Республика онкология диспансерында хәл ҡатмарлы” тигән хәбәрҙең иһә министр ысынбарлыҡҡа тап килмәүен, унда ике бүлектә карантин саралары индерелеүен, сирлеләрҙең башҡа бүлектәр буйынса таратылыуын, хәлдең тулыһынса контролдә тотолоуын билдәләп үтте. Унда, шулай уҡ, план буйынса пациентарҙы ҡабул итәләр. Әйткәндәй, учреждениела бөгөн карантиндың һуңғы көнө, уның тамамланыу-тамамланмауы, оҙайтылыуы пациенттарҙың хәленә, анализдар һөҙөмтәләренә ҡарап ҡабул ителә.
Фото: utv.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Onkologiya-dispanserinda-h-l-nisek-240952/
Читайте нас