Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
28 Апрель 2020, 06:46
Ныҡ эҫе йәй килә тиҙәр...
Белгестәр фекеренсә, быйылғы йәйҙең иң эҫе биш йәй исемлегенә инеүе ихтимал. Был турала Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итә.
Бәлки быйылғы йыл рекордлы йылы булмаһа ла, температуралар рангында икенсе йәки өсөнсө буласаҡ. Температураның юғары буласағы – һис шикһеҙ. 99 процент ихтималлыҡ менән был йәй иң эҫе биш йыл исемлегенә инәсәк”, – тигән Роман Вильфанд.
Быға тиклем Американың океан һәм атмосфераны тикшереү буйынса милли идаралыҡ белгестәре, 2020 йылдың 75 процент ихтималлыҡ менән тарихта иң эҫеһе булыуы бар тип хәбәр иткәйне.
Быйылғы ҡыш йылы килгәс, йәй ҙә йылы булыр тигән фараздар күп әйтелде. Шуға күрә әйҙәгеҙ йылы, матур йәйгә өмөт итәйек.
Фото:
gazeta.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ni-e-e-y-y-kil-ti-r-241005/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"