Новости
28 Апреля 2020, 06:38

Митрополит Никон мөрәжәғәт итте

Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон православныйҙарҙы Радоницала зыяратҡа барыуҙан баш тартырға саҡырҙы. Бындай ҡарарҙың сәбәбе – ҡатмарлы эпидемиологик хәл.

"Ҡәҙерле туғандар, Башҡортостан православныйҙары! – тине ул. – Бөтә донъяла коронавирус сире таралды. Алда – Радоница. Был көндә беҙ зыярат ҡылырға күнеккәнбеҙ. Тик тормош ҡайһы саҡта үҙ ҡағиҙәләрен ҡуя. Архипастырь булараҡ шуны әйтмәксемен: өйҙә ҡалығыҙ. Ҡағиҙәләрҙе ни тиклем яҡшыраҡ үтәһәк, ауырыу ҙа тиҙ арала бөтәсәк".
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Mitropolit-Nikon-m-r-g--t-itte-241346/
Читайте нас