Новости
28 Апрель 2020, 07:01

Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын

“Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бирер”, – тиелгән Ҡөрьәндә. Алдағы йылдарҙа ла ошо хәҡиҡәткә таянып йәшәргә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Хеҙмәт һәр заманда ла тормошобоҙҙоң төп нигеҙе булып ҡала. Эшебеҙгә ҡарап, Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте килә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, уны үҫтерә, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирә. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтә һ.б.

Пәйғәмбәребеҙ һәр ваҡытта ла эш һөйөү мөһимлеген үҙ тор­мошо аша күрһәтеп, хеҙмәткә әйҙәп йәшәгән. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Ир кеше, йорт хужаһы, үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, бында ниндәй бәрәкәт булһын? Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә.

Исламда эшкә өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙамлашыу, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Был – мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәрен дә оноторға ярамай. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошо һүҙҙәрҙе онотмайынса, һәр ғәмәлебеҙҙә ғәҙеллеккә ынтылып йәшәйек – хеҙмәтебеҙ татлы емештәрен бирер.

Фото: golos.id.
https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/f-irlek-din-e-lekk-ya-yn/
Читайте нас