Новости
27 Апрель 2020, 11:51

Зөлфиә Ҡудашеваға ни булған?

Бейеү көнө алдынан Зөлфиә Ҡудашеваның инстаграмдағы фотоһын күреп, күптәр аптырап ҡалғандыр, моғайын - ул сәсен ҡырып алдырған. Үҙенең был аҙымын бейеүсе түбәндәгесә аңлата.

“Барыһы ла яҡшы, Аллаға шөкөр. Өйҙә ултырған мәлдә яңырырға уйланым. Дөрөҫөн әйтәм, сал инә башлаған сәстәремде ураған һайын буятыуҙан ялҡтым. Ҡайһы ваҡытта айына ике-өс тапҡыр ошо процедураларҙы башҡарырға тура килә ине. Иремде ике көн күндерҙем“
Бар ғүмерен бейеүгә бағышлаған Сибай ҡыҙының был аҙымына күптәр ышанмай, фотошоп тип тә иҫәпләй. Әммә сәсен алдырыу менән Зөлфиә Ҡудашева бейеүенән туҡтамай, сафта ҡалыуын дауам итә.
Фото: Зөлфиә Ҡудашеваның сәхифәһенән.
Читайте нас