Новости
27 Апрель 2020, 11:43

Сығарылыш класс уҡыусыларына - планшеттар

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин дистанцион уҡыу барышы менән таныштырҙы. Ваҡыт үтә килә был система ла яйлап камиллаша бара. Интернет аша уҡыуға йәлеп ителгән балалар һаны ла арта. Министр белдереүенсә, әле республика уҡыусыларының 100 проценты дистанцион белем ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мохтаж уҡыусыларға һәм тәү сиратта сығарылыш класс уҡыусыларына планшеттар һатып алырға тәҡдим итте.
– Беҙгә Рәсәй юристары ассоциацияһы сыҡты. Хәйриә ярҙамы булараҡ өс миллион һум аҡса күсерҙеләр. Минеңсә, был аҡсаны мохтажлыҡ бар икән, планшет алыуға йүнәлтергә мөмкин. Айырыуса был ярҙам сығарылыш класс уҡыусылары булған ғаиләләргә кәрәк. Тик быны бик тиҙ эшләргә кәрәк. Быға тиклем әлеге эш менән системалы шөғөлләнмәнек, аҡса күсерәйек һәм тиҙ арала уны хәл итәйек, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Твиттер.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас