Был осорҙо файҙалы үткәреүгә тәбиғәт тә булышлыҡ итер тип ышана улар. Әммә баҡсаға барыу ѳсѳн doroga02.ru порталында теркәлергә онотмау зарур.
Киләһе ял кѳндәрендә йылы булыр тип кѳтѳлә. 1 майҙа кѳн 15 градусҡа тиклем йылытасаҡ, бер аҙ ямғыр яуасаҡ. 2 майҙа кѳн тағы ла йылына - термометр бағанаһының+20 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә, шулай уҡ бер аҙ ямғыр ҙа яуасаҡ. Ә 3 майҙа23 градусҡа ҡәҙәр йылы торасаҡ.
Артабан 5 майға тиклем кѳндәр шулай йылы буласаҡ, ямғыр ҙа яумаясаҡ. Тѳндә бер аҙ һалҡын булыуы кѳтѳлә: температура +7 градусҡа тиклем тѳшәсәк.