Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Апрель 2020, 10:10
Шарлауыҡҡа барып булмаҫмы?
Быйылғы коронавирусҡа бәйле Ишембай районы Маҡар ауылы янындағы Күкҡарауыҡ шарлауығына һәм Салауат Юлаев мәмерйәһенә барыу тыйылғайны.
Тап апрель аҙағы - май баштарында шарлауыҡ айырыуса матур күренеш хасил итә, унда туристар бар республиканан килә ине. Бөгөн иһә социаль селтәрҙәрҙә Маҡар ауылында ошо яҡҡа табан барған юлдағы күперҙең емерелгәнен сағылдырған фотолар донъя күрҙе.
Уларҙан күренеүенсә, автомобиль сығып барған саҡта күпер емерелгән, һөҙөмтәлә машина эленеп ҡалған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, алдан барғаны үтеп өлгөргән, икенсеһе ошондай хәлгә тарыған. “Шевроле Нива”ны урман ташыусы ҙур машина һөйрәп сығарған.
Фотоһүрәт авторы белдереүенсә, күпер ныҡ ташҡан һыуҙан йыуылып емерелеүе ихтимал. Билдәле булыуынса, быйыл күпләп ямғыр яуыу сәбәпле йылғалар кимәле ныҡ ҡына күтәрелде.
Шул уҡ социаль селтәрҙәрҙән билдәле булыуынса, бөгөн төштән һуң шарлауыҡ яғына юлланғандар күперҙең емерек булыуы сәбәпле унда барып етә алмаған.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Sharlaui-a-barip-bulma-mi-238666/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"