Новости
26 Апрель 2020, 09:50

Ким Чен Ын вафатмы?

Кисә кис, 25 апрелдә, бар донъяны иң ябыҡ, серле тоталитар илдәрҙең береһе тип иҫәпләнгән Төньяҡ Кореянан килгән хәбәрҙәр шаҡ ҡатырҙы: дәүләттең милли юлбашсыһы Ким Чен Ын вафат булған...

Был хаҡта Американың иң абруйлы New York Post гәзитенән башлап Ҡытай, Европа илдәренең матбуғат сығанаҡтары ла хәбәр итә, улар “бик етди” сығанаҡҡа һылтана.

Нисек кенә булмаһын, әлегә Төньяҡ Кореяның үҙенән ундай рәсми хәбәр килмәгән, ғөмүмән, был дәүләттән ниндәйҙер мәғлүмәт алыу бик ҡыйын.

Быға тиклем донъяның матбуғат саралары, Ким Чен Ын йөрәгенә уңышһыҙ операция кисергән, тип яҙғайны. Йәнәһе, уны башҡарған саҡта хирургтың ҡулы ҡалтыраған, ошоға бәйле операциянан һуң дәүләт лидеры бик ауыр хәлдә.

Журналистар иһә Төньяҡ Корея лидеры апрель башында ауылдарҙың береһенә эш сәфәре менән барғанда үҙен насар тойған һәм йөрәген тотоп ауған, тип хәбәр иткән. Ошонан һуң уны дауаханаға алып киткәндәр. Корея табиптары ярҙам һорап Ҡытай белгестәренә лә мөрәжәғәт иткәндәре мәғлүм.
Әгәр ҙә был хәл ысынбарлыҡ булып, Ким Чен Ын 36 йәшендә вафат булһа, уның урынына бер туған һеңлеһе Ким Е Чжон дәүләт лидеры булып ҡалыуы ихтимал.
Әйткәндәй, Төньяҡ Кореяның быға тиклем булған юлбашсыһы, Ким Чен Ындың атаһы, диктатор Ким Чен Ир 2011 йылда вафат булғанда ил халҡы майҙандарға сығып ҡайғынан һыҡрауы, дөйөм истерия менән донъяны шаҡ ҡатырғайны.
Фото: focus.ua
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kim-Chen-In-vafatmi-238807/
Читайте нас