Стэрлебаш шишмэлере
+10 °С
Дождь
Новости
26 Апреля 2020, 05:00
Гөлназ Асаева: "Һағындым, үләм..."
Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында тыуған яҡҡа, яҡындарың янына ҡайтып килеп тә булмай шул. Йырсы Гөлназ Асаева ла туған-тыумасаларын һағынып, Инстаграм битендә яҙма урынлаштырған.
Добавить в предпочтительные источники Google
"Һағындым, үләм! Өләсәйҙе, ҡартатайҙы, атайымды, әсәйҙе... Сыҙап булмай бит! Ҡайта алмай ят инде яҡындарың янына! Ауылымды һағындым, Башҡортостанымды һағындым! Ҡурай тауышын һағындым! Үләм..." – тип яҙа Гөлназ.
Йырсыны башҡа артистар һәм яҙылыусылары йыуатырға тырыша: "Түҙергә инде, балам, һағындыҡ беҙ ҙә", "Иҫәнлек кәрәк, ҡайтырһың, Алла бойорһа".
Әммә Гөлназды әрләп яҙған кешеләр ҙә бар. "Ҡайт! Ниңә ҡайтмайһың? Кешеләр йөрөй бит, пропуск ал да, әйҙә, алға!" – тип яҙған берәү. Гөлназ иһә уға: "Бына һеҙҙең кеүек йүләрҙәр арҡаһында был сир артҡандан-арта бара ла инде!" – тип яуап биргән.
Фото:
tvoytube.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/G-lnaz-Asaeva--a-indim--l-m-233087/
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"