Новости
26 Апрель 2020, 05:05

Баҡсаға автобуста йөрөргә мөмкин

Быға тиклем баҡсаға тик автомобилдә, алдан теркәлеп кенә йөрөргә рөхсәт ителә ине. Бөгөндән был өлкәлә яңылыҡ индерелде. 25 апрелдә, шәмбе таңынан алып баҡсаларға йәмәғәт транспорты йөрөй башлаясаҡ.

– Үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында йәшәгән кешеләр бик ныҡ арыны. Беҙ быны аңлайбыҙ. Әле баҡсаларҙа яҙғы сәсеү эштәре башлана. Был шәмбенән унда йәмәғәт транспортын да ебәрәсәкбеҙ. Был эште “Башавтотранс”ҡа ойошторорға ҡушам, – тине Радий Хәбиров.
Тик барлыҡ хәүефһеҙлек саралары үтәлергә тейеш. Айырыуса 65 йәштән өлкәндәр өсөн. Ни өсөн тигәндә, күпселеге улар баҡсаға барасаҡ. Мотлаҡ талаптар: автобустарҙа даими дезинфекция үткәреү, кешеләрҙе тик битлек һәм бирсәткәләрҙә генә индереү.
Был эш Өфөлә генә түгел, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла башҡарылырға тейеш.
Фото: cont.ws
Читайте нас