Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Апрель 2020, 05:05
Анастасияны өйөнә алып ҡайтҡандар
Ниһайәт, Анастасия Заворотнюк тураһында бөгөн һәйбәт яңылыҡ билдәле булды. Уны ире Петр Чернышев өйөнә алып ҡайтҡан.
Әле актриса Мәскәү өлкәһендәге йортонда хәл йыя икән. Был яңылыҡты ғаиләнең яҡын дуҫы дәлилләгән. Табиптар уны коронавирус сәбәпле ҡайтарырға ҡарар иткән.
Анастасия Заворотнюктың ҡаты сирләп китеүе тураһында былтыр көҙ билдәле булғайны. Уның мейеһендә дүртенсе стадиялағы яман шеш таптылар. Актриса тәүҙә Үҙәк клиник дауаханала, аҙаҡ Мәскәү өлкәһендәге элиталы клиникала ятты. Бөтә ошо ваҡыт уның янынан ире - фигурист Петр Чернышев һәм яҡындары китмәне.
“Настяны дауахананан ҡайтарғандар. Ул үҙен яҡшы тоя. Табиптар фекеренсә, уны хәҙер тәүлек әйләнәһенә ҡарарға кәрәкмәй”, – тип һөйләгән Петрҙың дуҫы “КП” баҫмаһына.
Әле билдәле булыуынса, актрисала табылған яман шеш үлемесле булмаған. Шулай ҙа тулы һауығыу тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә иртәрәк. Диагноз етди, рецидив ҡурҡынысы бар. 2019 йылда Анастасия шешен алып ташлау буйынса ике операция кисерҙе. Уларҙың береһен Германияла, икенсеһен Мәскәүҙә эшләгәндәр. Бынан тыш, ул яңы дарыуҙар ҙа ашаған, улар кешелә рак күҙәнәктәре үҫеүгә ҡаршы тора икән.
Бөгөн Настяның хәле күпкә яҡшырған. Барыһы ла ошолай дауам итһә, ул артабан нормаль тормошҡа һәм ғәҙәти эшенә әйләнеп ҡайта ала. “Яҡындары менән аралаша, тик бик тиҙ арый. Бер мәл креслола ғына йөрөй ала ине, хәҙер үҙе тора, атлап йөрөй. Йылмая, кәйефе яҡшы”, – тигән әлеге ғаилә дуҫы.
Шул уҡ кеше белдереүенсә, дауаланған саҡта актриса гормонлы препараттар ҡабул иткән һәм һимергән. Уларҙы туҡтатыу менән кире ябыҡҡан. Шулай уҡ уның сәстәре ҡойолған булған, әле яңынан үҫеп сыға башлаған. Настяның кеҫә телефоны һәм интернет менән әлегә файҙаланғыһы килмәй, борсолмаҫ өсөн телевизор ҙа ҡарамай икән.
Фото:
vm.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Anastasiyani-y-n-alip-ayt-andar-233472/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"