Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
25 Апрель 2020, 05:05
Ҡушылығыҙ!
әғлүм булыуынса, 28 апрелдә Өфөлә “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумы уҙғарыла. Һеҙҙе форум спикерҙарының идеялары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Француз кинорежиссеры, сценарист, продюсер һәм яҙыусы Люк Бессон – “Бишенсе элемент” һәм “Люси” фантастик боевиктары авторы, үҙенең картиналарында беҙҙең башыбыҙҙағы күп кенә футуристик образдарҙы сағылдырҙы. Форумда улар тураһында ла һөйләшербеҙ. Мәҫәлән, коронавирус пандемияһы үлсәмдәр араһында тормошобоҙға үтеп ингән ҡара көстәрҙе тәшкил итеүе, ә табиптар, “Бишенсе элемент”тағы Нью-Йорк таксисы Корбен Даллас кеүек, глобаль бурысты үтәүе – кешелекте ҡотҡарыуы хаҡында, кеше мейеһенең ҡеүәте (беҙ уның ни бары 10 процентын ғына файҙаланабыҙ) һәм Люси кеүек сикһеҙ һәләттәргә эйә булған камил кеше эшләүгә яҡынайһаҡ, нимә булыры тураһында һүҙ булыр.
Танылған кинорежиссерҙың ошо һәм башҡа идеяларын уның менән бергәләп “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумында тикшерербеҙ. Сарала ҡатнашыу өсөн 25 апрелдән
bashkiria-live.com
сайтында теркәлергә була.
Ҡушылығыҙ!
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/ushili-i-235494/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"