Новости
25 Апреля 2020, 05:05

Коронавирус ҡағылмаған илдәр ҡалғанмы?

Донъяның 15 илендә был сир буйынса бер осраҡ та теркәлмәгән. 22 апрелгә ҡарата был мәғлүмәтте Daily Mail баҫмаһы төҙөгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Донъяның 15 дәүләтендә һәм ҡайһы бер илдәрҙең 11 тораҡ пунктында бер генә лә СОВИД-19 менән сирләү осрағы теркәлмәгән. Хәүефһеҙ дәүләттәргә Комор утрауҙары, Кирибати, Лесото, Маршалл утрауҙары, Миронезия федератив штаты, Науру, Палау, Соломон утрауҙары, Тажикстан, Тонга, Төркмәнстан, Тувалу, Вануату һәм Төньяҡ Корея инә.
Шулай уҡ ҡайһы бер дәүләттәрҙең айырым биләмәләрендә был ҡурҡыныс ауырыу теркәлмәгән. Улар ҙа шулай уҡ күберәк утрауҙар. Сир барып етмәүҙә күптәренең оло ергә алыҫ урынлашыуы хәл иткес роль уйнайҙыр тип фараз ителә. Был ҡурҡыныс сирҙән азат ҡайһы бер илдәр һәм тораҡтар вирус ялмамаһын өсөн тиҙ арала хәл иткес саралар күргән: туристар өсөн сиктәрен япҡан, ғәҙәттән тыш хәл иғлан иткән, комендант сәғәте индергән.
Ҡайһы бер илдәрҙең дөрөҫ мәғлүмәт бирмәүе лә бар. Мәҫәлән, Көньяҡ Кореяла 10 мең кеше ауырығанда, Төньяҡ Кореяла бер осраҡ та юҡ тип баралар. Вирус таралған Ҡытай менән сиктәш булған Тажикстанда ла бер генә сирле лә күрһәтелмәй.

Фото:itssinternational.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас