Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Апрель 2020, 05:05
Көндәр ҡасан йылыныр?
Бөгөн республика биләмәһендә ҡар һәм ҡатыш ямғыр яуыуы күҙәтеләсәк, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Шулай уҡ ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуын, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүен күҙаллай синоптиктар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты юлда һаҡ булырға иҫкәртә.
Көндөҙгө һауа температураһы +4...+7 градус тәшкил итәсәк, төндә -4 градусҡаса һыуытасаҡ.
Көндәр йәкшәмбенән – 26 апрелдән әкренәп йылына башлаясаҡ. Көндөҙгө һауа температураһы +15...+17 градусҡаса күтәреләсәк, төндәгеһе – +4...+6 градус. Шулай ҙа урыны менән, айырыуса Өфө тирәһендә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк.
Фото: yandex.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/K-nd-r-asan-yilinir-235636/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"