Новости
25 Апрель 2020, 05:00

Башҡорт теле – заманса тел

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының ҡарары менән 2020 йыл “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителде. Был мөһим башланғысты республика Башлығы Радий Хабиров та хупланы. Ҡоролтайҙың интернеттағы сайтында үткәреләсәк сараларға нигеҙ булырлыҡ күрһәтмә – йылдың 12 айының һәр береһенә туған телебеҙҙең ниндәйҙер үҙенсәлеген асырлыҡ, күтәрерлек атама бирелгән.

Башҡорт теле – заманса тел. Ә ниндәй ул беҙҙең за­маныбыҙ? Телдең хужаһы, уны көндәлек тормошта ҡул­ланыусы кешенең һулышы ниндәй хәлдә? Бөгөнгө ысын­барлыҡта ҡайһы телдең, ниндәй һүҙҙең көсө күберәк, киләсәге өмөтлөрәк? Әгәр әлеге тормош ҡиммәттәренең алмашыныуынан сығып фекер йөрөтһәк, башҡорт те­ленең матди ҡеүәте етерлекме?

Башҡортостанда дәүләт телдәре итеп башҡорт һәм рус теле ҡабул ителгән. Ер йөҙөндә иң ныҡ таралған, халыҡ-ара аралашыу теленә әйләнгән инглиз теле ауаздар яңғырашы менән беҙҙең телгә күпкә яҡын булһа ла, кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың. Башҡорт йәшәйешенең матди кимәле тулыһынса тиерлек рус мөхитенә, рус теленә бәйле. Тимәк, тормошто тамаҡ кимәленә төшөрһәк, икмәк тип телебеҙҙе онотһаҡ, тик йәлләүгә һәм үкенеүгә лайыҡ буласаҡбыҙ.

Башҡорт алфавитында 42 хәреф булһа, рус алфавитында 32, ғөмүмән, беҙҙең тел туғыҙ ауазға байыраҡ. Был бик әһәмиәтле, сөнки аңҡым, боғаҙ ярҙамында, телдең тик беҙҙеңсә хәрәкәт итеүендә яңғыраған һөйләш үпкә, тын юлдары, мейе эшмәкәрлеге өсөн ифрат файҙалы. Баш­ҡорт ауаздары башҡа телдәр­ҙән күсмәгән, ә тәбиғәттән тыңлап, үҙләштереп алынған, меңәр йылдар ҡулланылған. Башҡорт халҡының Көньяҡ Уралда яралған автохтон халыҡ икәнен айырыуса билдәләгәндә, телебеҙҙе тәби­ғәтебеҙ ҙә аңлай, көс, һаулыҡ бирә. Әгәр рус милләтенең күпселеге ауылдарҙан китеп ҡалаға төпләнгәнен, ят мөхиттә көн иткәнен иҫкә алһаҡ, беҙ туған телебеҙҙе ҡәҙерләргә бурыслы, сөнки көндәлек ығы-зығынан юға­рыраҡ торған рухи сәлә­мәтлек, аң, зиһен кимәле үҙ телебеҙҙә генә ышаныслы үҫешәсәк.

Ошо көндәрҙә бер күренеш аптыратты мине. Телде бел­мәгән милләттәшем ҡунаҡҡа килгәйне – ғәҙәт буйынса үҙем яратҡан ҡурай моңда­рын тыңлатам. Ҡунағым ҡәнәғәт, ҡыуана, маҡтай. Тик 10-15 минуттан башы ауырта башланы. Өндәшмәһә лә, төшөндөм – тыуған тупраҡ­тан айырылған, илаһи моңға өйрәнмәгән, уны күҙәнәктәре кимәлендә ҡабул итә, ҡеүәт ала белмәй.

Телдәрҙең, милли асылдың алыҫ араларын күрһәткән ике генә миҫал килтерәм:
l Рус телендә оло ихтирам менән ҡулланылған, киң таралған “благой” тигән һүҙ бар. Борондан ошо атама менән ас-яланғас, өйһөҙ, ғаиләһеҙ йән аҫрап, теләгәнен һөйләп изге һаналған милләт­тәштәрен шулай тип атай урыҫтар. Башҡорт телендә ошо күренештән тыуған, кире хис-тойғоға ҡоролған һүҙ бар – “былағай”. Йәмғиәттең иң түбәнге социаль баҫҡысында торған, эшкә ашмаған һүҙ ҡуйыртҡан вәкилдәренә таҡҡан ошо ҡушаматты ата-бабаларыбыҙ.

l Белем русса “знание” булһа, аң “сознание” (с знанием) тип аңлатыла. Тимәк, Аллаһ тарафынан кешегә бирелгән аңды (зиһенде) беҙҙең рус милләтле ватан­даштарыбыҙ тик белем туплауға ҡайтарып ҡуя. Интернет, кеҫә телефоны белем туплауҙы еңеләйтеп, аңды, зиһенде ялҡаулата, уларҙың ҡулланыу даирәһен тарайта. Туған телеңде өйрәнмәү, уның нескәлектәрен белмәү арҡаһында аңды белем менән бутайһың, эволюцион үҫеш ҡанундарын боҙаһың, үҙ асылыңды юғалтаһың.

Ошо ике бәләкәй генә миҫал да башҡорт теленең үтә лә заманса тел икәнен, уның кеше рухын, кеше аңын үҫтереүҙә ифрат ҙур урын тотҡанын иҫбатлай.

Былтыр минең ҡулға ырыуҙашым, Тамъян ырыуы уҙаманы Фәтих Фазыловтың “Другая история человечества” тигән бик ҡыҙыҡлы китабы килеп эләкте. Уның күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре халҡы­быҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосы кешелектең һуң­ғы Ахырызаман тыуҙырған ваҡиғаларын тасуирлағанын аса. Туфанға тиклем хаким­лыҡ иткән йыһани ажда­һалар династияһы менән Свастика йондоҙлоғонан килгән йыһани Самрау батша динас­тияһы араһындағы һуғыш арҡаһында ерҙә туфан ҡалҡа.
Башҡорттоң тәүбабаһы Урал батыр был алышта Самрау батша яҡлы ҡатнашһа, ағаһы Шүлгән аждаһаларҙы яҡлай. Иң ҡыҙыҡлыһы – китаптың Рәсәйгә ҡағылған өлөшөндә автор беҙ йәшәгән илде тик башҡортса атау дөрөҫ тигән һығымтаға килә. Урыҫтар үҙ илен Рәсәй, татарҙар Русия (рус иле) тип атаһа, беҙ башҡорттар уны Рәсәй (Ра Әсәй) тип исем­ләйбеҙ. Бөйөк йылға Вол­ганың (Матушка-река) дәүе­ре­нә ҡарап бер нисә исеме бар – боронғо төркисәһе Иҙел бул­һа, төркилеккә хәтле боронғо башҡортсаһы Ра. Ә был исем ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Эпостан күренеүенсә, Самрау батшаның бер ҡатыны Ҡояш (Ра) була һәм уларҙың Һомай исемле ҡыҙы тыуа. Аждаһаларҙы тар-мар иткән Уралға Самрау батша ҡыҙы Һомайҙы һәм эйәренә алмас ҡылыс тағылған Аҡбуҙатты бирә. Эпостан күренеүенсә, Аҡбуҙат – йыһан карабы, ә алмас ҡылыс – йыһан ҡоралы. Туфан кире ҡайтып ер асылғас, тиҙ үрсегән кешеләргә эсергә һыу етмәй башлай һәм Урал менән Һомайҙың улы, Ҡояштың ейәне Иҙел, Аҡбуҙатҡа атланып, алмас ҡылысы менән ҡаяларҙы емереп, Иҙел (Ра) йылғаһын барлыҡҡа килтерә. Һуңғараҡ Уралдың тамыр­ҙары цивилизатор булып Мысырҙа фараондар динас­тия­һын нигеҙләй, ә уларҙың быуындар төпкөлөндәге өләсәһе Ҡояш (Ра) Алиһә булып китә. Этногеномика фәненең асыштары мысыр фараоны Тутанхамондың башҡортта күпселек тәшкил иткән R1b гаплотөркөмөнә эйә булыуын иҫбатланы.

Ошолай заманса, кеше менән тәбиғәтте, тарих менән бөгөнгөнө бәйләгән телдә һөйләшеүебеҙгә ғорурланырға ғына ҡала.
Автор: Тимер НИӘТШИН.
Читайте нас