Тәүҙә ҡоймаҡ өсөн ҡамыр әҙерләйбеҙ. Һөткә он, йомортҡа, тоҙ, сода һалып туғыйбыҙ. Әҙер ҡамырға үҫемлек майы өҫтәп, яҡшы итеп болғағас, ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Эслек өсөн бәшмәкте һуған менән бергә көнбағыш майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Ошо массаны ҡоймаҡҡа һалып, конверт формаһында төрәбеҙ. Ризығыбыҙ әҙер. Уны өҫтәлгә ҡаймаҡ йәки майонезға йәшел тәмләткестәр - һуған, һарымһаҡ ҡыяғы, укроп ҡушып эшләнгән соус менән бирергә мөмкин.