Мәҙәниәт министрлығы системаһында, Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарында эшләй. Күп шиғри йыйынтыҡтар авторы. Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Михаил Львов һәм башҡа рус шағирҙары әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Рәшит Назаров ижадын өйрәнеүсе булараҡ та билдәле.