Новости
22 Апрель 2020, 16:18

Кемгә бурыслыбыҙ: һыйырғамы, Ленинғамы?

Бөгөн – революционер, совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһын төҙөүсе, Рәсәйҙәге 1917 йылғы революцияның төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе Владимир Ильич Лениндың (Ульяновтың) тыуыуына – 150 йыл.

Хәҙерге быуын йәштәре Ленинды үткән быуаттағы тарихи шәхес булараҡ ҡына белә, ә бәғзеләре бөтөнләй белмәй ҙә. Ә беҙ, октябрят, пионер, комсомол мәктәбе аша үткән һуңғы быуын вәкилдәре булараҡ, тап Ленин идеяларында тәрбиәләндек. Пролетариат юлбашсыһының тыуған көнөнә бәйле, шул замандың заңын сағылдырған бер ҡыҙыҡ хәлде бәйән итмәксемен.
...Ғәлиә һеңлем башланғыс класта уҡығанында класс етәксеһе балаларға һорау бирә:
– Балалар, был донъяла йәшәүебеҙ менән беҙ кемгә бурыслыбыҙ?
Бер малай ҡул күтәрә лә етди ҡысҡырып тороп:
– Һыйырға! – тип яуаплай.
Уның былай тип яуап биреүен аңларға була: ауыл халҡы элек-электән малға күҙ төбәп торҙо бит инде. Шуға күрә баланың яуабы бер ҙә ғәжәп түгел. Уҡытыусы көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, һорауҙы тағы ҡабатлай.
Алдынғы октябрят булған һеңлем тороп:
– Ленинға! – ти.
Уҡытыусы тағы аптырап ҡала. Унан: "Эйе, Ленин – бөйөк шәхес, ләкин бөгөн һүҙ беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле булған кеше хаҡында бара. Кем һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрә, дәрестән ҡайтыуығыҙҙы тәмле аштар бешереп көтөп ала?" тип һорауға асыҡлыҡ индерә. Шунан ғына бер ҡыҙ тороп: "Әсәйгә", – тип яуаплай.
Ә инде Ленинға килгәндә, мәктәп тупһаһына аяҡ баҫмаҫ борон "Ленин – һөйөклө атабыҙ..." тип йырлап йөрөгән быуын бит инде беҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Kemg-burislibi--iyir-ami-Lenin-ami-231798/
Фото: zen.yandex.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас