Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Апрель 2020, 16:16
Дағстан урамы яңырҙы
Өфөләге урам-юл селтәрендәге иң проблемалары участкаларҙың береһе – Дағстан урамын төҙөкләндереү тамамланды. Ошо көндәрҙә юл хеҙмәте унда термопластиктан горизонталь юл тамғаһы һалды.
Баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ремонт эштәренә ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.
“Юғарынан ҡарағанда Дағстан урамында хәҙер ошондай күренеш. Иң ҡатмарлы участкаларҙың береһендә ремонт тамамланды. Пугачев урамын тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ. Әле 39360 квадрат метр майҙанда асфальт киҫеп алынған, 4700 тонна тигеҙләүсе ҡатлам һалынған, шулай уҡ 4400 квадрат метрҙа яңы асфальт түшәлгән. Һауа шарттары яҡшы булған осраҡта юл эштәрен апрель аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ”, – тип билдәләй Өлфәт Мостафин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/Da-stan-urami-ya-ir-i-233292/
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"