Новости
22 Апрель 2020, 11:05

Ҡайттылар!

Бөгөн иртән Ҡазан аэропортында ике пассажир самолетын ҡаршыланылар. Береһе - Һиндостандың Гоа штатынан, икенсеһе - Төркиәнең Анталия ҡалаһынан. Тәүге самолетта Башҡортостандан - 21, икенсеһендә 29 яҡташыбыҙ тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.

Уларҙы республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов ҡаршыланы. “Туристарҙы алып ҡайтыу өсөн “Башавтотранс”тың ике автобусы килде, - тине етәксе. - Кешеләрҙең бөтәһен дә обсерваторға – “Йәйғор” шифаханаһына илтәбеҙ”.
Пассажирҙарҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя, коронавирус билдәләре күҙәтелмәй.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әле сит илдәрҙә ҡайта алмай ҡалған 300-гә яҡын яҡташыбыҙ бар.
Фото: ”Башинформ”.
Дина Арсланова
Читайте нас