Шулай ҙа баш кейеменең бер төрө булған сәлләлә (тюрбан) туҡталайыҡ бөгөн. Һәр ҡатын-ҡыҙ, теләге булһа, ҡупшы ғына итеп сәллә яһап кейә ала. Барлыҡ миҙгел өсөн актуаль һәм модалы аксессуар ул. Әммә шуныһы ла бар, был баш кейеме, үҙенсәлеклеге, шәреҡ һылыуҙарына хас булған арбағыс көсө менәндер, күрәһең, һәр саҡ тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарын йәлеп итә. Сәллә кейгән ҡатын-ҡыҙға барыһы ла әйләнеп-әйләнеп ҡарай. Йыш ҡына бындай әйберҙәрҙең ҡайҙа һатылыуы, үҙ аллы уралған булыуы күренһә, быға нисегерәк өлгәшеү ысулдары менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Сәлләләрҙе мосолман кибеттәрендә лә, башҡа заманса кейем бутиктарында ла һатып алырға була. Әҙер сәлләләр яһаусы оҫталар ҙа күп бөгөн. Башҡорт һылыуҙары араһында ла бар улар. Бындай баш кейемдәрен ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә йыш осратырға мөмкин.
Сағыу, нәзәкәтле образ тыуҙырыу өсөн бөгөн күп ҡатын-ҡыҙ сәлләгә өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа: “Бик матур әйбер ҙә бит, тик ул минең образыма тап килмәй. Быны нимә менән кейергә инде?!” – тип баш сайҡаусылар ҙа осрай. Сәллә – мотлаҡ көнсығыш элементы, тик мосолман дине ҡанундары буйынса йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына кейә торған баш кейеме түгел. Эйе, ул оҙонса түңәрәк йөҙлө, бейек маңлайлы ҡатын-ҡыҙға нығыраҡ тап килә. Әммә дөрөҫ һайлаған осраҡта, уны һәммәһенә лә килештереп була. Шуныһы ғәжәп, дөрөҫ ҡуллана белһәң, был аксессуар бөтә кейем – төрлө стилдәге күлдәктәр, джинсылар, кардигандар, пинжәктәр, эшлекле костюмдар менән дә тап килә.
Сәлләне оҙон итәкле күлдәктәр менән кейеү образығыҙға нәзәкәтлелек, романтика өҫтәйәсәк. Ул һеҙҙе тағы ла күркәмләр. Бындай кейемдә ҡунаҡҡа ла, көндәлек сараларға ла йөрөргә мөмкин. Әлеге баш кейемен ҡыҫҡа күлдәк йәки сарафан, асыҡ аяҡ кейемдәре менән дә яраҡлаштырып була. Был осраҡта наҙлы, нәфис һылыуҡай образы тыуасаҡ. Ғөмүмән, сәлләне көндәлек кейем төрҙәре менән тап килтереү һеҙгә бәҫ, ҡупшылыҡ ҡына өҫтәр. Тубыҡҡа тиклемге йәки тубыҡтан түбәнерәк оҙонлоҡтағы эшлекле күлдәк һәм сәллә. Уларҙың икеһенең дә бер төҫтә булыуы яҡшы. Һөҙөмтәлә нәзәкәтлелек менән тыйнаҡлыҡ бергә ҡушылып, һоҡланғыс образ барлыҡҡа килә. Һәм был эшкә лә, ашҡа ла ярай торған ысул, минеңсә. Сәлләне джинсы салбар һәм ҡыҫҡа еңле майка менән кейергә була. Ғөмүмән, ике стилдең, гармониялы рәүештә тап килтерелеп, бер-береһен тулыландырыуы бик матур күренеш. Был кейем төрөн көндөҙ ҙә, кискеһен дә кейергә мөмкин. Киноға барғанда, саф һауала йөрөгәндә һис икеләнмәйенсә ошо стилде һайлай алаһығыҙ. Туника һәм сәллә. Был осраҡта этник йәки бохо стиль барлыҡҡа килә. Тап ошондай образда үҙ-үҙе менән гармонияла йәшәгән, кеше күңелен тоя белгән, үҙен һәм башҡаларҙы ла ыңғай яҡҡа көйләп ебәрә алған тәрән күңелле, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ булараҡ тирә-йүндәгеләрҙең күҙ алдына баҫырһығыҙ. Шуныһы ғәжәп, сәллә һыу инеү өсөн тәғәйенләнгән кейемгә лә тап килә. Пляжға йәиһә диңгеҙгә ял итергә йыйынғанда үҙегеҙ менән йоҡа туҡыманан тегелгән сәллә алырға мөмкин. Ул сәсте йыйып ҡуйыу өсөн дә отошло. Ҡояштан да һаҡлай. Бына бит, матур ҙа, нәзәкәтле лә, уңайлы ла. Эшлекле костюм менән ебәк туҡыманан яһалған сәлләләр килешә. Был да күркәмлектең матур бер сағылышы.