Новости
21 Апрель 2020, 05:00

КӘМСЕЛЕКТӘР ВӘ ИЗГЕЛЕКТӘР

Уҡыусылар остаздарынан:- Үҙеңдең кәмселектәрең һәм яҡшылыҡтарың менән нисек эш итергә? - тип һораған. Яуап урынына һорау ишеткәндәр:- Яҡшы орлоҡто ергә күмһәң, ни була?-Үҫеп сығасаҡ һәм һәйбәт уңыш бирәсәк.- Ә улар ергә күмелмәй, өҫтә, эҫе ҡояш аҫтында ятып ҡалһа, ни була? - тип һорау алыуын дауам иткән уҡытыусы.- Улар үләсәк! - тигән уҡыусылар бер икеләнеүһеҙ.- Әгәр насар орлоҡтар менән ошо ғәмәлдәрҙе атҡарһаң, нимәгә өлгәшербеҙ?- Күмеп ҡуйһаң, файҙаһыҙ, зарарлы ҡый үләндәре үҫеп сығасаҡ. Әгәр ҡояш аҫтында ҡалдырһаң, улар ҙа үлә.

Быға остаз шулай яуап бирә:
- Кешеләр үҙҙәренең изге ғәмәлдәрен ғәм алдына сығарып, ә кәмчелектәрен төпкәрәк йәшерергә тырышып яңылыша. Был, ергә күмелгән насар орлоҡтар ише, тамыр ебәреп, алама үҫентеләр ҡалҡыуға килтерә. Ә бырһын да киреһенсә эшләргә кәрәк: яҡшылыҡтарығыҙҙы күңел төпкөлөнә йәшерһәгеҙ, улар бөйөк эштәр булып үҫешәсәк. Ә кәмселектәрҙе ҡояш нурҙарына дусар итеү зарур - уларҙы юҡҡа сығарасаҡ.
ҠЫҪҠАҺЫ, ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘ ЛӘ ҺЫУҒА ҺАЛ - БАЛЫҠ БЕЛЕР, БАЛЫҠ БЕЛМӘҺӘ, ХАЛЫҠ БЕЛЕР.
Читайте нас