Әле ташҡын буйынса хәл тулыһынса контролдә, ауыл-ҡалалар өсөн ҡурҡыныс юҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдерҙе.
Күгәрсен районында һәм Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә бер ни тиклем юл участкаһы өлөшләтә һыу аҫтында ҡалғайны. Әле был биләмәләр айырым контролдә тотола. Йылғаларҙың күпселеге ярҙарынан сыҡмаған.
Ошо көндәрҙә республикала ямғырлы көндәр көтөлә. Шуға күрә ялан һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү ихтималлығы бар.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bari-i-la-kontrold-229357/