1909 йылда Ибраҡай ауылында Әсҡәпъямал менән Яхъя Сәлиховтарҙың ғаиләһендә бер малай донъяға килә, уға Хажғәли тип исем бирәләр. Ул үҫеп, ир ҡорона ингәс, 1928 йылда Һарайҫа ауылынан Хәтирә исемле һылыуҡайға өйләнә. Улар бергәләп колхозда эшләйҙәр: Хажғәли тракторсы була, ә Хәтирә - төрлө эштәрҙә йөрөй. Оҙаҡламай уларҙы һөйөндөрөп, ҡыҙҙары Мәрғүбә тыуа. Йәш ғаилә тырышып донъя көтә, татыу йәшәйҙәр, намыҫлы эшләйҙәр. Йорттағы хужалыҡтарын да нығыталар, күпләп мал-тыуар, йылҡы, һарыҡ аҫрайҙар, умарта тоталар. Һәм улар бәхетле йәшәй, эшләһәләр эштәре бар, ғаиләлә лә барыһы ла ал да гөл була. Әммә шул саҡ илдә коллективлаштырыу осоро башлана. Шул ваҡыттағы аяуһыҙ үҙгәрештәр Сәлиховтарҙың да ғаиләһен урап үтмәй, бала тәрбиәләп, бәхетле ғүмер кисергән ғаиләнең матур тормошо бер көн эсендә селпәрәмә килә. Күҙ асып йомғансы уларҙың йыйған барлыҡ мөлкәтен тартып алалар, өҫтәүенә, тыуған ауылдарын ташлап китергә мәжбүр була. Уларҙы Нуриман районына ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Эш тә, йәшәү шарттары ла иҫ киткес, түҙеп торғоһоҙ ауыр була. Кешеләр күпләп сирләй һәм үлә. Хәтирә лә, бәләкәй генә сабыйын балалар баҡсаһына биреп, һауынсы булып эшләй. Бер нисә йылдан уларҙы аҡлайҙар һәм тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Сәлиховтар өсөн был ғәйәт ҙур шатлыҡ була! Тыуған ауылдарына ҡайтҡас, Хажғәли ҡатыны менән яңынан донъя ҡора. Өйҙәрен һүтеп алып киткәнгә күрә, тәүҙә бәләкәй генә таш өйҙә йәшәйҙәр, һуңынан үҙҙәре өй һалып сығалар. Мәрғүбә ҡыҙҙарынан башҡа, уларҙың тағы биш балаһы тыуа, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың дүртеһе сабый саҡта уҡ вафат була. Балаларынан Мәрғүбә һәм 1940 йылда тыуған Мостафа улдары ғына иҫән ҡала.
1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башлана... Армияға яраҡлы барлыҡ ир-егеттәр, шул иҫәптән Хажғәли ҙә, Ҡыҙыл Армия сафтарына баҫа. Тәүҙә уларҙы уҡыу часына ебәрәләр. Хәтирә күрше Ҡалҡаш ауылынан бер ҡатын менән ирҙәренә ашарға алып, уларҙы күрергә тип ниәтләп, йәйәүләп юлға сыға. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һуңлай, дөрөҫөрәге, барып етеүҙәре була, күрешә лә алмайынса, уларҙың ирҙәрен фронтҡа алып китәләр... Хажғәли Яхъя улының тормошо тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Һаҡланып ҡалған фотоларға ҡарап, уның туғандарының һәм яҡындарының һөйләүҙәренән, мин уның ғүмере ҡыҫҡа булыуын, шуға ҡарамаҫтан ул намыҫлы һәм лайыҡлы ғүмер кисереүен аңлайым. Һуғыш башланыуҙың тәүге көндәренән үк, ул Тыуған иленә тоғро хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хажғәли Яхъя улының һуғышта үткән яу юлы тураһында туғандары белмәй тиерлек. 128-се уҡсылар дивизияһының 741-се уҡсылар полкы составында һуғышҡан ябай һалдаттың хәрби юлы ниндәй булды икән? Беҙ быны белмәйбеҙ... Шуныһы билдәле, 1941 йылда дивизияның тотош шәхси составы Ленинград өлкәһендә немецтарҙың һөжүме башланыу менән өс йәйәүлеләр дивизияһының атакаһын кире ҡаға, һәм 12 августан төньяҡҡа сигенә башлай. Артабан ЧудовоЛюбань йүнәлешендә һәм Шлиссельбург яғына сигенәләр. Сентябрҙә Ладога күленән көньяҡтараҡ оборона тоталар. 1941 йылдың аҙағында Липка эргәһендә оборона тотоп, һөжүм итеү һәм ҡурғаулау һуғыштары алып баралар. Хажғәли ябай һалдат була. Алдынғы һыҙыҡта һуғыша, ә бында үлем бер кемде лә аямай. Алыштарҙың береһендә Хажғәли минаға эләгеп, шартлай. Быны һуңынан Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан уның бер иптәше ғаиләһенә килеп һөйләп китә (ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә). Уға ни бары утыҙ өс йәш була. Күп эштәр эшләп, пландарын тормошҡа ашырып өлгөрмәй ул. Әммә шулай ҙа уның бер хыялы бойомға аша: һуғыш миллиондарса кешенең ғүмерен өҙһә лә, ул әллә күпме юғалтыу, күҙ йәше һәм һыҙланыуҙар хаҡы менән түләнһә лә, улар, ысын геройҙар булған ябай һалдаттар тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дошманға ҡаршы тора һәм барыбер Еңеү яулай.
...Батырҙар даны мәңгелек, улар тураһында хәтер бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Хажғәли - 1941-1945 йылдарҙағы ҡан ҡойғос һуғышта беҙҙең тыныслыҡ, илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн башын һалған яугирҙәрҙең береһе. Улар, ябай һалдаттар, үҙҙәрен аямай һуғышалар, балаларының, яҡындарының тыныс тормошо хаҡына ғүмерҙәрен бирәләр. Һеҙҙең Тыуған илебеҙ алдындағы батырлығығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ беҙҙе һоҡландыра. Бөйөк Еңеү өсөн индергән сикһеҙ өлөшөгөҙ өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, тип әйтке килә уларға. Мәңгелек дан!