Әлеге минуттарҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында онлайн брифинг бара. Ул коронавирусты иҫкәртеү һәм башҡа мәсьәләләргә арнала. Ҡыҫҡа матбуғат конференцияһында табиптар һәм эпидемиологтар ҡатнаша, оператив мәғлүмәттәр яңғыратыла. Брифингты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.