Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
19 Апреля 2020, 15:09
Изге Пасха менән!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы православие христиандарын Изге Пасха менән ҡотланы.
“Халҡыбыҙ йолаларында һәр заманда ла әһәмиәтен юғалтмаған байрамдар бар. Ғүмерҙең мәңгелек ҡиммәттәрен кәүҙәләндергән, иң яҡшы кешелек сифаттарын уятҡан Пасха ла, һис шикһеҙ, шундайҙар иҫәбенән.
Быйыл Пасханы байрам итеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә кешелек яңы коронавирус сиренә ҡаршы көрәшкән осорға тура килде. Әгәр берләшеп, иң яҡшы гуманистик сифаттарҙы сағылдырып, яҡындарыбыҙҙың ғүмере, һаулығы өсөн көрәшергә тәүәккәллек итһәк, беҙ был афәткә бирешмәҫбеҙ.
Граждандарыбыҙҙың һаулығын һаҡлағандарға - медицина, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә айырым рәхмәтемде белдерәм. Юғары ойошҡанлыҡ, тәртип һәм үҙ-ара ярҙамсыллыҡ беҙгә ябай булмаған хәлде яйға һалырға булышлыҡ итер тип ышанам.
Беҙ быуаттар төпкөлөнән килгән әхлаҡи нигеҙҙәрҙе, йәмғиәттә үҙ-ара ихтирам, туғандарса берҙәмлек, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған Рус Православие Сиркәүенең һәм республикабыҙҙағы бөтә дини берекмәләр вәкилдәренең эшмәкәрлеген юғары баһалайбыҙ.
Пасха – ул мәңгелек һөйөү, тыныслыҡ һәм изгелек символы! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, оптимизм, алдағы көнгә ышаныс теләйем.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – тиелә ҡотлауҙа.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Izge-Pasha-men-n-227019/
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"