Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
18 Апрель 2020, 18:22
Ут ниҙән сыҡҡан?
Көс йыйырға ҡуйылған аккумуляторҙан янғын сыҡҡан. Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, министрлыҡтың кризислы хәлдәр идаралығы үҙәгенә кисә киске сәғәт ете тула тигәндә Баймаҡ районының Абдрахман ауылында ағас өйҙә ут сыҡҡаны тураһында хәбәр килә. Ҡотҡарыусылар килгәндә, 8х10 ҙурлыҡтағы өйҙә янғын башланыуы билдәле була. Янғындың соландан сыҡҡаны асыҡлана.
Күмәк көс менән утты тиҙ арала ауыҙлыҡлауға өлгәшелә. Янғында 1963 йылғы ир зыян күргән, уға табиптарҙың ярҙамы кәрәк булған.
Ут электрға тоташтырылып, зарядка йыйыуға ҡуйылған, ҡарауһыҙ ҡалдырылған автомобиль аккумуляторынан сыҡҡан тигән фараз бар. Әле ведомство тарафынан фажиғә сәбәбе ентекләп тикшерелә.
Яңыраҡ электрға тоташып үҙаллы кер йыуған автомат машинаһы янып киткәне тураһында ла яҙылғайны. Уттың ҡойроғо-ялы юҡ, шуға электр, газ менән эш иткәндә һаҡлыҡ сараларын онотоу, һис ҡасан уларҙы тоҡандырылған көйө ҡарауһыҙ ҡалдырыу ярамай.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ut-ni-n-si-an-218700/
Фото: 02.mc hs.gov.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"