Баҡтиһәң, ул өс йыл түшәктә ятып, 10 йәшендә генә ҡабаттан имгәкләргә өйрәнеп, аҙаҡ ҡына тәпәй киткән икән...
"Бәләкәй саҡта ауылда итек кейеп хоккей уйнай инек. Туҡтай алмай торғайныҡ. Уның зыяны сәләмәтлектә сағылды: бер ваҡыт аяҡҡа баҫа алмай башланым. Алты йәшемдә табиптар Пертес ауырыуы диагнозын ҡуйҙы. Өс йыл дауаханала түшәктә яттым. Ашауым да, бәҙрәфкә йөрөүем дә - шунда ятҡан килеш кенә. Ул йылдар минең өсөн дә, атай-әсәйемә лә ауыр һынау осоро булды. Ошо арала аяҡ мускулдары бөтөнләй ҡаҡшаған ине. Ҡабаттан имгәкләргә өйрәнеп, яңынан аяҡҡа баҫырға тура килде. Башта ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөнөм, аҙаҡ - тотоноп. Һәм әкренләп атлап киттем.
Мин һәр ваҡыт хыял менән йәшәнем һәм йәшәйем. Түшәктә лә: "Их, өләсәйҙең ҡапҡа төбөнә тиклем йәйәү барырға ине", - тип ятыр инем. Барҙым. Һуңынан: "Эх, велосипедта йөрөргә ине", - тинем. Аллаға шөкөр, был хыялым да тормошҡа ашты. Матайға ла мендем. Машинаға ла ултырҙым... Хоҙайыма мең рәхмәт!"
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ih--l-s-y-e--y-n-tiklem-y-y--barir-a-ine-226345/
Фото: Vk.com