Новости
18 Апрель 2020, 18:18

"Белмәгәйнек..."

Нефтекамала полиция хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусылар менән бергә урамда ике баланы тотоп, полиция бүлегенә килтергән.

Тәүҙә 13 йәшлек ҡыҙҙы ете йәшлек ҡустыһы менән урамда туҡтатып, бер аҙ һөйләшкәндән һуң микроавтобусҡа ҡулдарынан тотоп индерәләр. Ҡурҡыуҙан малай урамды яңғыратып илай башлай. Улар өй эргәһендә йөрөргә сыҡҡан була.
Ҡыҙ үҙҙәрен ебәреүҙе үтенә. Тауышҡа күршеләре сыға һәм ваҡиғаны видеоға төшөрә. Яҙманан күренеүенсә, балаларҙы бүлексәгә оҙатыуҙа ике полицейский, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дүрт хеҙмәткәре һәм тағы бер ир ҡатнаша. Bash.News редакцияһы хеҙмәткәрҙәре 13 йәшлек ҡыҙ менән һөйләшеп, уның комендант сәғәте тураһында белмәүен асыҡлай. ”Әсәйем, хәҙер балаларҙы сығып алам, тип шылтыратһа ла, беҙҙе тейәнеләр ҙә алып киттеләр, сәғәт туғыҙға тиклем полиция бүлегендә тоттолар”, - ти ҡыҙ.
Бындай аңлашылмаусанлыҡтарҙың тағы ла булыуы ихтимал. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был осраҡта хаҡлы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 20 апрелдән республикала изоляция режимы ҡағиҙәләре ҡәтғиләнә. Элекке пропусктар ғәмәлдән сығарыла, ҡалаға инеү урындарында ЮХХДИ кордондары урынлаштырыла, улар һәр кемдең хәрәкәтләнеүгә хоҡуҡ биргән пропуск ҡағыҙҙарын тикшерәсәк. Урамда балаларға йөрөү тыйыла, тәртип боҙған өсөн ата-әсә штраф түләйәсәк.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
  • https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Belm-g-ynek-225397/
  • Читайте нас