Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
17 Апрель 2020, 13:20
“Маруся” ярҙам итә
Бөгөн Башҡортостанда күп кенә эшҡыуарҙар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Өфө ҡалаһының Ленин районы предприятиелары һәм эшҡыуарҙары ла изге башланғыстан ситтә ҡалмай.
“Маруся” гастрономы 15 дана аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләгән. “Әлеге ҡатмарлы мәлдә ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә алабыҙ икән, итергә кәрәк”, - тип билдәләне сауҙа нөктәһенең идарасыһы Наталья Әһлиуллина.
Эшҡыуар мохтаж ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән йыйылманы мөмкин тиклем кәрәкле, файҙалы аҙыҡ-түлектән тупларға тырышҡан: көнбағыш майы, он, ярма, макарон, сәйҙән тыш, тәм-том да бар. Натальяның күстәнәстәрен ирекмәндәр тейешле адрестарға алып барып еткерәсәк.
Әгәр һеҙ ирекмән булырға теләһәгеҙ, йәки ниндәй ҙә булһа ярҙамға мохтаж икәнһегеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәгенә шылтырата алаһығыҙ, телефон: 8-800-201-89-03. Шулай уҡ Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгенең “Ҡыҙыу бәйләнеш”енә шылтыратып та ғариза ҡалдырырға мөмкин: 8-800-775-00-14.
Фото: видеонан скриншот.
#ВремяГероев
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Marusya-yar-am-it-223271/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"